14:58
Иғтибар!
Автокресло кәрәк!

Хәтерегеҙҙәлер, үткән йылдың аҙағында автокреслолар тураһында матбуғат сараларында бик күп мәғлүмәт булғайны. 2017 йылың 1 ғинуарынан 7 йәштән өлкән балаларҙы автомобилдең арттағы урындарына креслоһыҙ, хәүефһеҙлек ҡайышын ғына эләктереп йөрөтөргә мөмкин буласаҡ, тип хәбәр ителгәйне. Әммә республикабыҙҙың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов үҙенең блогында: «Был турала рәсми документ һаман да юҡ әле», – тип яҙа. Тимәк, депутаттарыбыҙ автокреслолар тураһындағы ҡанунға үҙгәрештәрҙе һаман ҡабул итмәгән. Шулай булғас, хөрмәтле атай-әсәйҙәр, балаларыбыҙҙы элеккесә махсус автокреслоға ултыртып йөрөргә тейешбеҙ.
Просмотров: 199 | Добавил: khaibullin2000 | Рейтинг: 4.0/1
Всего комментариев: 0
avatar
close